10 декабрь, Шәмбе

30 апрель 2015 йыл, 15:17

Республикала Йәрмәкәй районының яңы етәксеһе менән контрактҡа ҡул ҡуйылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 30 апрелдә Йәрмәкәй район Советы ҡарары менән Илшат Райманов контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, элемтә һәм юл хужалығы буйынса урынбаҫары вазифаһын биләне.

Илшат Райманов 1965 йылда тыуған, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. 1994 йылдан алып Бишбүләк районы хакимиәтенең иҡтисад һәм финанстар буйынса идаралығы етәксеһе, «Приютовагрогаз» предприятиеһында баш бухгалтер, директорҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары, беренсе урынбаҫары һәм директор булып эшләй.

2009 йылдан — Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығының иҡтисад, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары.