Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Еңеү көнө айҡанлы Башҡортостан «Китап» нәшриәте автоуҙыш ойоштора

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республиканың ҡала һәм райондарында китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арнала.

Нәшриәттән хәбәр итеүҙәренсә, халыҡҡа «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында», «Уларҙың ҡаһарманлығы — үлемһеҙ», Талха Ғиниәтуллиндың, Суфиян Поварисовтың һәм Шакир Янбаевтың «Һайланма әҫәрҙәре», «Кеше яҙмышы» (төҙөүсеһе Сабир Шәрипов); Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш яралаған бала саҡ», Рәшиҙә Бикмәтованың «Берлинға тиклем!», Екатерина Савельеваның «Еңеү ҡоралы» китаптары; мосолман, йыртма, мәктәп календарҙары, уҡыу һәм методик әсбаптар тәҡдим ителәсәк.  

Күргәҙмә 13 һәм 14 майҙа Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында, 15 майҙа — Әбйәлил районы Асҡар ауылының Үҙәк китапханаһында, 16 майҙа — Баймаҡ районы Темәс ауылының үҙәк майҙанында, 17 майҙа Баймаҡ ҡалаһының Үҙәк баҙарында ойошторола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть