Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Айрат Насиров Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Республика Башлығы указы менән Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп Айрат Насиров тәғәйенләнде. Был хаҡта министрлыҡтың сайтында хәбәр ителә.

Айрат Марат улы Насиров 1970 йылда Башҡортостандың Иглин районы Иглин ҡасабаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының кесе ғилми хеҙмәткәре вазифаһында башлай. Артабан республиканың Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитетында һәм Министрҙар кабинеты ҡарамағындағы Йәштәр эштәре идаралығында эшләй.

1999-2002 йылдарҙа «Урал-Себер Банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең өлкән белгесенән алып президент ярҙамсыһына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 2002-2007 йылдарҙа «Росгосстрах-Аккорд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бүлек етәксеһе вазифаһын биләй.

2007-2012 йылдарҙа «Уралсиб» банкының төбәк менән идара итеүҙе ойоштороу дирекцияһы директоры, идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары һәм башҡа вазифаларҙа эшләй. 2012-2013 йылдарҙа Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының дәүләт хеҙмәттәрен үҫтереү бүлеге етәксеһе була.

2013 йылдан алып 2014 йылға тиклем Территориаль үҫеш агентлығының программалы-маҡсатлы планлаштырыу бүлеге етәксеһе вазифаһында эшләй.

2014 йылдан республика Иҡтисади үҫеш министрлығының Стратегик планлаштырыу идаралығы етәксеһе вазифаһын биләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть