Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Яңауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм тыл эшсәндәренә һәйкәл асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан Яңауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм тыл эшсәндәренә һәйкәл асылды. Ул ПМС-215 етәксеһе Рөстәм Мәхмүтовтың һәм ул етәкләгән коллективтың башланғысы буйынса ҡала лицейы ихатаһында ҡуйылды. Һәйкәл хеҙмәткәрҙәрҙең иғәнәһенә төҙөлгән, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттан.

— Тимер юл эшселәренең миҫалы күптәргә өлгө булырлыҡ. Бындай эштәр хаҡында барыһы ла, айырыуса йәш быуын, белергә тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.

Ул яңауылдар исеменән тимер юл машиналары станцияһы коллективына һәм һәйкәл авторы Валерий Ғариповҡа рәхмәт белдерҙе. Тантанаға Горьков тимер юлының Ижевск төбәге буйынса етәкселе вәкилдәре лә килде.

— Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан тыуған ҡалабыҙҙа һәйкәл асыу теләге тыуҙы. Уны лицей ихатаһында ҡуйырға булдыҡ, сөнки ҡасандыр бында тимер юл мәктәбе булған. Һуғыш йылдарында ошо бинала фронтта яраланыусыларҙы ҡабул иткәндәр, — тип һөйләне Рөстәм Мәхмүтов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть