11 декабрь, Йәкшәмбе

30 апрель 2015 йыл, 11:45

30 апрель — һалым декларацияһын тапшырыуҙың һуңғы көнө

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 30 апрелдә декларация кампанияһы тамамлана. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡануниәткә ярашлы, 3-НДФЛ формаһында декларацияны шәхси эшҡыуарҙар, нотариустар, адвокаттар, арбитраж идара итеүселәре, шулай уҡ 2014 йылда өс йыл милкендә булған мөлкәтте, транспорт сараларын һатыуҙан, фатир йәки бүлмәне ҡуртымға биреүҙән, Рәсәйҙән ситтәге сығанаҡтарҙан, отоштан, бүләк ителгән мөлкәт рәүешендә килем алыусылар тапшырырға тейеш.  

Килемде декларациялау тәртибе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы «Декларация кампанияһы 2015» бүлегендә бирелгән.

темалар: һалымдар