7 декабрь, Шаршамбы

30 апрель 2015 йыл, 11:13

Баш ҡалала «Студент яҙы-2015» республика фестивале сағыу гала-концерт менән тамамланды

фото: Ксения Калинина, Екатерина Чакина

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Студент яҙы-2015» ижади фестивале «Башҡортостан» дәүләт концерт залында сағыу гала-концерт менән тамамланды. Тамаша ике сәғәт буйына барҙы. Концерт Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына, Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына һәм Әҙәбиәт йылына арналды.

Һәр сығыш сағыулығы менән айырылып торҙо: Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы студенткаһы В.Вәлишина башҡарыуында «Әсә тураһында баллада» йыры залда ултырыусыларҙың барыһының да күңеленә үтеп инде. Башҡорт дәүләт аграр университетының йыйылма командаһын айырым билдәләп үтергә кәрәк. Уҡыу йорто шаяндары һәм отҡорҙарының шаяртыуҙары бик уңышлы булды. «Ете ырыу», «Ирәндек», «Шатлыҡ», «Вираж», «Дәрүиш» халыҡ ансамблдәре «Һалдат сюитаһы» бейеүен башҡарғас, тамашасылар көслө алҡышланы.

Сығыштарҙың һәммәһе лә йөкмәткеле ине һәм залда ҡабатланмаҫ, берләштереүсе байрам мөхитен тыуҙырҙы. Артистарҙы сараның төп ҡунаҡтары — ветерандар баһаланы.

Тамашаның баш режиссеры — Башҡорт дәүләт филармонияһының баш режиссеры һәм эстрада художество етәксеһе Илшат Фәхертдинов.  

Быйыл октябрҙән апрелгә тиклем уҡыу йорттары араһындағы этапта ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 30 мең самаһы кеше тәшкил итте. Был республиканың 17 уҡыу йорто һәм вуздарҙың 150 ижади коллективы.

— Студент яҙы Башҡортостанда 45-се тапҡыр уҙғарылды. Йыл һайын меңдәрсә студенттар Башҡортостан йәштәренең ышаныслы терәк булыуын күрһәтә. Улар — республикабыҙҙың бөгөнгөһө. Мин йәштәргә, коллегаларыма Башҡортостандың сәскә атыуы өсөн көс һалғандары өсөн рәхмәт белдерәм, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.

Гала-концерт бергәләп «Еңеү көнө» йырын башҡарыу менән тамамланды.