11 декабрь, Йәкшәмбе

30 апрель 2015 йыл, 9:51

Өфөлә «Башинформ» агентлығы фотохәбәрсеһенең «Севастополь! Ҡырым! Еңеү!» күргәҙмәһе асылды

фото: Альберт Заһиров | видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Өфөлә, Башҡортостан Фәндәр академияһының күргәҙмәләр залында, «Севастополь! Ҡырым! Еңеү!» күргәҙмәһе асылды. Экспозиция авторы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы фотохәбәрсеһе Олег Яровиков уны Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнаған.

Бөтә фотоһүрәттәр ҙә былтыр Олег Яровиковтың Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Ҡырымдың Белогорск районына ярҙам күрһәтеү буйынса Оператив штабы составында Ҡырым Республикаһына командировкаһы ваҡытында төшөрөлгән. 2014 йылдың 9 майында фотохәбәрсебеҙгә ярымутрау халҡының Ҡырымды һәм Севастополде немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 70 йыл тулыуҙы байрам иткән Севастополдә булыу бәхете тейҙе.

Күргәҙмәне асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Ҡырымдың Белогорск районына ярҙам күрһәтеү буйынса Оператив штабы етәксеһе Сергей Новиков, Рәсәй Фоторәссамдар союзының республика бүлексәһе рәйесе Рәмил Килмәмәтов, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Олег Мельников, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев, билдәле фоторәссам һәм фотохәбәрсе Вячеслав Стрижевский, журналистика ветераны Марсель Сәлимов, совет йылдарында студенттарҙың төҙөлөш отрядтарын ойоштороусыларҙың береһе Марат Шәрипов, Олег Яровиковтың коллегалары һәм дуҫтары сығыш яһаны. Уларҙың барыһы ла күргәҙмәгә ҡуйылған эштәрҙең үҙенсәлеклеген, авторҙың юғары профессионаллеген билдәләне. Ысынлап та, фотоһүрәттәр ҡырымдарҙың кәйефен, Ҡырымды һәм Севастополде немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 70 йыл тулыуҙы байрам итеүгә һәм Рәсәйгә ҡушылыуға бәйле шатлыҡтарын сағылдыра.

Күргәҙмә Башҡортостан Хөкүмәтенең Ҡырым Республикаһының Белогорск районына ярҙам күрһәтеү буйынса Оператив штабы, Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте, республиканың Фәндәр академияһы, «ТурбинаСпецСервис» етештереү предприятиеһы, Рәсәйҙең Фоторәссамдар союзы булышлығында ойошторолған.

Күргәҙмә май аҙағына тиклем дауам итә.

Белешмә. Олег Витальевич Яровиков 1965 йылдың 18 февралендә тыуған. Өфөлә белем алған. 1983-1986 йылдарҙа «Ленинсы» йәштәр гәзитендә тәүге фотоһүрәттәре баҫыла.

Ул республика баҫма матбуғатындағы, фотоһүрәттәр китаптарындағы иллюстрацияларҙың авторы, күп күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шуларҙың береһе «Башинформ» агентлығының матбуғат конференцияһы залында ҡуйылған.

2002 йылдан Олег Яровиков «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында фотохәбәрсе булып эшләй.