Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан продукты» брендын рекламалау өсөн 964 мең һум тотоноласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты «Башҡортостан продукты» брендын рекламалауға 964 мең һум самаһы тотонорға ниәтләй. Финанслау сығанағы — төбәк бюджеты, ведомствоның тейешле ғаризаһы дәүләт һатып алыуҙары сайтында бирелгән.

Документтарҙан күренеүенсә, брендты рекламалау өс этапта, контракт төҙөүҙән алып ағымдағы йылдың декабренә тиклем уҙасаҡ. «Башҡортостан продукты»н социаль селтәрҙәр, видео һәм аудиороликтар, киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләр, баннерҙар һәм махсус билдәләр ярҙамында популярлаштырыу планлаштырыла.

Электрон аукционда ҡатнашыу өсөн ғаризалар 7 майға тиклем ҡабул ителә. Аукцион 12 майҙа үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть