9 декабрь, Йома

29 апрель 2015 йыл, 16:20

Башҡортостанда журналистар өсөн вакансиялар буйынса мәғлүмәттәр базаһы булдырыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда төбәктең бөтә киң мәғлүмәт саралары редакциялары индерелгән мәғлүмәт системаһы булдырыла. Шулай уҡ журналистар өсөн вакансиялар буйынса мәғлүмәттәр базаһы әҙерләнә. Был хаҡта республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов 29 апрелдә Өфөлә үткән ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышында хәбәр итте.

— 2015 йылдың 1 ғинуарына тармаҡта рәсми эшләүселәр 3,7 мең кеше тәшкил итте, — тип һөйләне Борис Мелкоедов. — Уларҙың 1873-ө — гәзит-журнал редакциялары, 797-һе — «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы, 874-е — район һәм республика типография-нәшриәттәре, 166-һы — редакция-нәшриәт комплексы составындағы типография, 21-е — республиканың Матбуғат архивы хеҙмәткәрҙәре.

2014 йыл йомғаҡтары буйынса тармаҡта хеҙмәт өсөн уртаса айлыҡ түләү хаҡы 20,7 мең тәшкил иткән. 2013 йыл менән сағыштырғанда, эш хаҡының 10 процентҡа артыуы билдәләнгән. Матбуғат агентлығы етәксеһе билдәләүенсә, штатты оптималләштереү иҫәбенә ведомство ҡарамағындағы предприятие һәм учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә өлгәшелгән. 2014 йылдағы оптималләштереү йомғаҡтары буйынса хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 2013 йыл менән сағыштырғанда ете процентҡа ҡыҫҡартылды. Ведомство ҡарамағындағы предприятие хеҙмәткәрҙәренең уртаса йәше — 45. Етәкселәрҙең 19 проценты пенсия йәшенә еткән.

Борис Мелкоедов әйтеүенсә, йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә, кадрҙар әҙерләү, уларҙың квалификацияһын күтәреү системаһын камиллаштырыуға ихтыяж бар. Шуның менән бергә кадрҙар менән эшләүҙең бөтә өлкәләренә лә мәғлүмәт технологияларын индереү персонал менән идара итеүҙең заманса системаһын булдырыуҙа мөһим фактор булып тора. Тармаҡ сиктәрендә һөҙөмтәле идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеү өсөн барлыҡ ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүсе берҙәм мәғлүмәт системаһы эшләргә тейеш.