11 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2015 йыл, 15:25

Өфөлә Дәүләт тарихи музей фондынан һуғыш йылдары плакаттары һәм һүрәттәр күргәҙмәһе асыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кесаҙна, 30 апрелдә, Башҡортостандың Милли музейында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы рәссамдарының плакаттары һәм һүрәттәре» күргәҙмәһе асыла. Мәскәүҙең Дәүләт тарихи музейы фонды материалдарынан торған күргәҙмә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған.

Беренсе бүлек һуғыш йылдарындағы плакаттарға арналған. Улар үҙенсәлекле тарихи сығанаҡ, һуғыштың тәүге көндәренән аҙағынаса яу юлын сағылдырған йылъяҙма булып тора.

Бөйөк Ватан һуғышының художестволы йылъяҙмаһының икенсе өлөшөн фронт һүрәттәре тәшкил итә. Тарихи музейҙа фронт һүрәттәренең үҙенсәлекле коллекцияһы һаҡлана. Рәссамдар алғы һыҙыҡта, партизан отрядтарында, госпиталдәрҙә эшләгән. Улар — һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың, табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының, партизандарҙың, азат ителгән ауылдарҙағы кешеләрҙең портреттары; фронттағы көнкүреш, емерелгән ҡалалар һәм архитектура һәйкәлдәре.

Күргәҙмә иртәнге сәғәт 11-ҙә асыла. Адресы: Совет урамы,14. Телефон: 273-50-27. Музей көндөҙгө сәғәт 11-ҙән киске 6-ға, шәмбе көндөҙгө 1-ҙән киске 9-ға ҡәҙәр эшләй. Йәкшәмбе — ял көнө.

темалар: күргәҙмә