8 декабрь, Кесе йома

29 апрель 2015 йыл, 14:23

Мәскәүҙә башҡорт телендә шаяндар һәм отҡорҙар уйыны үтте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александра Хисаметдинова/. Яңыраҡ Мәскәүҙә йылдағыса башҡорт телендә шаяндар һәм отҡорҙар уйыны үтте. Баш ҡалала йәшәүсе яҡташтар өсөн традицияға әүерелгән сараға 300-ҙән ашыу кеше килде. Уйын С.Орджоникидзе исемендәге геология-разведкалау университетының тамашалар залында уҙҙы.

Шаяндар һәм отҡорҙар уйынында туғыҙ команда ҡатнашырға теләк белдерҙе,  әммә «Өсmen», «Тирләм-тирләм», «Сәй эсәйек», «Минең яратҡан командам», «Айнур Асҡаров», «Ҡыҙыу розалар» ғына финалға сыҡты. Уларҙың барыһы ла Башҡортостанда тыуып үҫкән, хәҙерге көндә баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар.

Еңеүселәр «Сәләмләү», «Разминка», «Фристайл» һәм «Видеояҙманы тауышлы итеү» конкурстары буйынса билдәләнде. Беренсе урынға «Өсmen» командаһы — К.Э.Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетының өс студенты лайыҡ булды. Икенсе урында  «Минең яратҡан командам», өсөнсөлә — «Ҡыҙыу розалар».

Уйында ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә грамоталар һәм приздар тапшырылды. Сараның мөхәррирҙәре һәм ойоштороусылары — Иҙел Бохарбаев, Раян Нураев, Илнур Рәхмәтуллин һәм Фаил Илембәтов — рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Уларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе һәм «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева тапшырҙы. «Бындай саралар йәштәр араһында туған телде һаҡлауҙа һәм популярлаштырыуҙа һәм Мәскәүҙә республиканың ыңғай имиджын булдырыуҙа мөһим роль уйнай», — тип билдәләне Гөлфиә Янбаева.