11 декабрь, Йәкшәмбе

29 апрель 2015 йыл, 13:01

Рөстәм Хәмитов эшҡыуарҙар өсөн «һалым каникулдары» тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һалым түләүселәр — һалым һалыуҙың патент һәм ябайлаштырылған системаһын ҡулланыусы шәхси эшҡыуарҙар өсөн 0 процент күләмендә һалым ставкаһын билдәләү тураһында»ғы законға ҡул ҡуйҙы.

Был — 2015-2017 йылдарҙа республикала иҡтисади һәм социаль тотороҡлоҡ үҫешен тәьмин итеүҙең комплекслы планын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән сараларҙың береһе. Документ Рәсәйҙең Һалым кодексындағы үҙгәрештәргә ярашлы әҙерләнгән. Улар субъекттарға етештереү, социаль һәм фәнни тармаҡтарҙа тәүге тапҡыр теркәлгән һәм эшләгән шәхси эшҡыуарҙар өсөн ике йыллыҡ һалым каникулдарын индереү тураһында ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡ бирҙе.

Һалым ташламалары менән һалым һалыуҙың патент системаһы буйынса 23 төрө һәм ябайлаштырылған система буйынса эшмәкәрлектең 21 төрө буйынса эшләүсе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре файҙалана ала. Һалым каникулдары 2020 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Республика законы патент системаһы буйынса эшләүсе шәхси эшҡыуарҙар өсөн майҙың беренсе декадаһында, ябайлаштырылған система буйынса эшләүселәр өсөн киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.

Хәҙерге көндә Башҡортостанда 90 меңгә яҡын шәхси эшҡыуар иҫәпләнә. Уларҙың өстән бер өлөшө һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡуллана. Былтыр республиканың тупланма бюджетына һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса 3,6 миллиард һум, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарҙан — 1,3 миллиард, патент системаһы буйынса 100 миллиондан кәмерәк аҡса ингән.