3 декабрь, Шәмбе

29 апрель 2015 йыл, 12:08

Рәсәй почтаһы май байрамдарында эш режимы тураһында хәбәр итә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 1 һәм 9 май бөтә почта элемтәһе бүлексәләре өсөн ял көндәре буласаҡ. Был хаҡта Рәсәй почтаһының Башҡортостандағы филиалының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

30 апрелдә һәм 8 майҙа почта элемтәһе бүлексәләре билдәләнгән график буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

11 майҙа ауылдағы почта бүлексәләре ял итә, ҡалала иһә шәмбе көндәгесә эшләй.

4 майҙа ҡаланың 450000, 450001, 450005, 450022, 450039, 450059, 450068, 450071, 450075, 450076, 450077, 450092, 450095, 450105, 450112 почта бүлексәләре, шулай уҡ республика ҡарамағындағы ҡалаларҙа һәм Шишмә ҡасабаһында, Красноусол ауылында үҙәк почта элемтәһе бүлексәләре йәкшәмбе көндәгесә эшләй. Башҡа бүлексәләр өсөн был көн ял буласаҡ.

Башҡа ваҡытта почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләй.

темалар: рәсәй почтаһы