10 декабрь, Шәмбе

29 апрель 2015 йыл, 11:24

Башҡортостан мәктәпкәсә белем биреү системаһын яңыртыуға 900 миллион һум федераль субсидия аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл Башҡортостан мәктәпкәсә белем биреү системаһын яңыртыуға 900 миллион һум федераль субсидия аласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте сайтында хәбәр ителә.

Тейешле бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Федерацияның 85 субъектына 30 миллиард һум бүленә. Документҡа 2013-2020 йылдарға «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә ҡул ҡуйылған.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 1 йәштән 7 йәшкә тиклем балаларҙың 67,4 проценты мәктәпкәсә белем биреүгә йәлеп ителгән. Бөгөнгө көндә төбәктә 1567 балалар баҡсаһы эшләй. Өс йәштән ете йәшкә тиклем алты меңдән ашыу бала мәктәпкәсә учреждениеға урын алыу өсөн сиратта тора.