10 декабрь, Шәмбе

29 апрель 2015 йыл, 10:28

Рөстәм Хәмитов: «Күп милләтле Башҡортостан – тарихи нығынған толерантлыҡтың сағыу миҫалы»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 28 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының III съезының пленар ултырышында сығыш яһаны. Съезд эшендә Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Михаил Белоусов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Мельниченко, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе урынбаҫары Назиржон Абдулғәниев, шулай уҡ федераль һәм төбәк власы органдары, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

– Рәсәйҙә быуаттар буйына төрлө халыҡтарҙың дуҫ һәм татыу йәшәүе бик мөһим. Күп милләтле Башҡортостан – тарихи нығынған толерантлыҡтың сағыу миҫалы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ күп конфессиялы республикала йәшәйбеҙ. Дингә тигеҙ ҡараш, башҡа милләттән булған күршеңде хөрмәт итеү кеүек традициялар быуындан-быуынға тапшырыла килгән.  

Республика Башлығы милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге эшмәкәрлекте һан күрһәткестәре менән генә үлсәргә ярамай тип билдәләне.

– Милли-мәҙәни сәйәсәтте бойомға ашырыуға бәйле учреждениеларҙың эше һөҙөмтәле булырға тейеш. Уны үткәрелгән саралар һәм  ҡатнашыусыларҙың һаны буйынса ғына баһаларға ярамай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Йәмәғәт берекмәләре менән берлектәге эштең яңы формаларын эҙләргә кәрәк.

Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында экстремизмды иҫкәртеү темаһына ла ҡағылды.

– Бөгөнгө көндә йәштәрҙе бер юлы хәл итеп булмаған торлаҡ, һөнәр буйынса эш, лайыҡлы хеҙмәт хаҡына бәйле етди мәсьәләләр борсой. Шуның менән бергә ҡайһы бер йәштәргә әхлаҡи проблемалар ҙа хас, – тине Башҡортостан Башлығы. – Барыһын да власть органдары менән бергәләп йәштәр менән тәрбиәүи эштә әүҙем ҡатнашырға саҡырам.

Төбәк етәксеһе Ассамблея һәм милли-мәҙәни үҙәктәр этномәҙәни генә түгел, берлектәге дөйөм гражданлыҡ проекттарына ла иғтибар бирергә, урындағы үҙидаралыҡ органдары эшендә әүҙем ҡатнашырға тейеш тип билдәләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы 2000 йылда булдырылған. Уның составына 30-ҙан ашыу милли йәмәғәт берекмәләре инә. Халыҡтың мәнфәғәтенән сығып, улар туған телде, милли мәҙәниәтте һаҡлауға йүнәлтелгән саралар программаһын һәм планын әҙерләй. Милләт-ара татыулыҡты һәм рухи берҙәмлекте нығытыу, халыҡтарҙың мәҙәни-тарихи мираҫын һаҡлап ҡалыуға, республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү – Ассамблеяның төп бурыстары. Ассамблеяның тәүге съезы – 2000 йылдың декабрендә, икенсеһе 2009 йылдың июнендә уҙғарылды.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.