5 декабрь, Дүшәмбе

28 апрель 2015 йыл, 18:05

Майҙа Башҡортостан халҡына пенсиялар ваҡытынан алда бирелә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 3 майҙан алып 11-нә тиклем түләнгән пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр ваҡытынан алда бирелә, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһенән.

Кредит ойошмаларына аҡса билдәләнгән ваҡытта — 12 һәм 13 майҙа күсерелә.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе 1 миллион 128 меңдән ашыу пенсионерға пенсия түләй, уларҙың 48,6 проценты — почта элемтәһе ойошмалары, 51 проценты кредит ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә.

Республикала апрель айы өсөн пенсия ваҡытында һәм тулы күләмдә түләнгән.