3 декабрь, Шәмбе

28 апрель 2015 йыл, 17:47

Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе итеп һайланды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе итеп һайланды. Бындай ҡарар шишәмбе, 28 апрелдә, Өфөлә үткән Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезында ҡабул ителде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Башҡортостан урыҫтары соборы башҡарма комитеты рәйесе, республика Дәүләт Йыйылышының Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев, Башҡортостан Республикаһы татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе, республика Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева ойошма рәйесенең урынбаҫарҙары итеп һайланды.

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы президиумы составына Башҡортостандың Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Виталий Васильев, республиканың фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе, «Мордва милли-мәҙәни үҙәге» рәйесе Юлия Герасимова, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының башҡарма директоры Азат Ибраһимов инде.

Съезда ҡатнашыусыларҙың бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары менән 34 кешенән торған Ассамблея составы раҫланды.