6 декабрь, Шишәмбе

28 апрель 2015 йыл, 17:08

Республикала сәсеү кампанияһы башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда сәсеү кампанияһы башланды. Тәүгеләрҙән булып Әбйәлил, Әлшәй, Ғафури һәм Хәйбулла райондары эшсәндәре иген һәм ҡуҙаҡлылар сәсеүгә төштө. Был хаҡта, төбәктең Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә һылтанып, республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Әлеге райондарҙа яҙғы сәсеү эштәре 600 гектар майҙанда башҡарылған.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл Башҡортостанда сәсеү майҙаны 3,15 миллион гектарҙы, шул иҫәптән 2,05 гектарҙы ярауай культуралар тәшкил итәсәк. 1,3 миллион гектарҙа — иген, 48 мең гектарҙа — шәкәр сөгөлдөрө, 230 мең гектарҙа май бирә торған үҫемлектәр сәселә. Мал аҙығы 990 мең гектар тәшкил итәсәк.