7 декабрь, Шаршамбы

28 апрель 2015 йыл, 16:29

1 майҙан Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 1 майҙан 20 июлгә тиклем Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә.

Республиканың башҡарма власть органдарына һәм муниципалитеттарға янғынға ҡаршы саралар комплексын: тораҡ пункттарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе күҙәтеүҙе көсәйтеү, бөтә янғын һүндереү бүлектәрендә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойоштороу, тораҡ пункттарҙы телефон элемтәһе менән тәьмин итеү, янғынға ҡаршы агитацияны әүҙемләштереүҙе тормошҡа ашырыу йөкмәтелде.

Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 1 майҙан 11-нә тиклем халыҡтың ял итеү урындарында патруллек итеү, янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөү маҡсатында янғын һағы, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, янғынға ҡаршы ирекле отряд ағзалары һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре составында күсмә төркөмдәр ойоштороласаҡ.

Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьерҙарына йөкмәтелгән.