9 декабрь, Йома

28 апрель 2015 йыл, 15:39

Өфөлә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезы бара

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезы үҙ эшен башланы. Сараға бөтә республиканан 350-гә яҡын делегат килгән. Съезд эшендә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, республика халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Әхәт Мостафин ҡатнаша. Съезд ҡунаҡтары араһында — Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Михаил Белоусов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Мельниченко, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе урынбаҫары Назиржон Абдулғәниев.

Сарала милли-мәҙәни үҙәктәрҙең халыҡ ижады күргәҙмәһе ойошторолған, шулай уҡ китаптар һәм белем биреү программалары бар.

Форумдың программаһында пленар ултырышта ҡатнашыусыларҙың мөһим темаларға сығыштары планлаштырылған. Съезд делегаттары Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеген тикшерәсәк, киләсәккә уның эш йүнәлештәрен билдәләйәсәк. Бынан тыш, съезда ойошма Советының яңы составы һайланасаҡ — хәҙер бер рәйес урынына тиң хоҡуҡлы өс рәйестәш буласаҡ.

Халыҡтар ассамблеяһы республикала йәшәгән милләт вәкилдәренең рәсми теркәлгән 30-ҙан ашыу милли-мәҙәни йәмғиәтен берләштерә. Власть органдары менән милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыуға йүнәлтелгән һөйләшеү алып барыу, Башҡортостанда тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау уның бурыстарының береһе булып тора.