Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» командаһын Анатолий Емелин етәкләне

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәте команда структураһындағы үҙгәрештәр хаҡында хәбәр итә.

Генераль менеджер вазифаһына Леонид Вайсфельд тәғәйенләнгән (быға тиклем ул Екатеринбургтың «Автомобилист» командаһында ошо уҡ вазифаны биләгән).

Клубтың спорт директоры вазифаһына Роман Беляев раҫланған (Екатеринбургта башҡарма директор һәм генераль менеджер ассистенты булып эшләгән).

Команданың баш тренеры итеп уҙған миҙгелдә «Автомобилист»тың тренерҙар штабын етәкләгән Анатолий Емелин тәғәйенләнгән.

Уның менән бергә Башҡортостандың баш ҡалаһына Аркадий Андреев күсеп килгән, ул өлкән тренер буласаҡ. Шулай уҡ команданың тренерҙар штабында Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зюзин бар.

Дмитрий Курошин — ҡапҡасыларҙың тренеры, профессор Василий Коновалов — физик әҙерлек буйынса тренер.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть