9 декабрь, Йома

28 апрель 2015 йыл, 14:19

Өфө дәүләт авиация техник университетында — яңы ректор

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 27 апрелдә техник фәндәр докторы, профессор Николай Криони Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры итеп һайланды.

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы аттестация комиссияһының 2015 йылдың 6 апрелендәге ҡарарына ярашлы, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры вазифаһына өс кандидат – иҡтисад фәндәре докторы, профессор Александр Дегтярев, Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры вазифаһын башҡарыусы, техник фәндәр докторы, профессор Николай Криони һәм техник фәндәр докторы, профессор Рөстәм Монасипов дәғүә итте.

Тауыш биреү һөҙөмтәһендә Николай Криони Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры итеп һайланды.