4 декабрь, Йәкшәмбе

28 апрель 2015 йыл, 11:15

Рөстәм Хәмитов: «Үзбәкстандың бизнесы менән әүҙем эшмәкәрлек алып барырға теләйбеҙ»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 27 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Үзбәкстан Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Аҡмал Камалов менән осрашты. Яҡтар сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек перспективаларын, миграция сәйәсәтенең мөһим мәсьәләләрен, шулай уҡ халыҡ-ара ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышын тикшерҙе.

– Ике айҙан беҙҙә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең саммиты була. Һис шикһеҙ, унда Үзбәкстан делегацияһы ла ҡатнашасаҡ. Ошо саралар алдынан Башҡортостан Республикаһының Үзбәкстандың сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары, бизнесы менән үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәре хаҡында һөйләшергә теләгебеҙ бар, – тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәк Башлығы Башҡортостан машиналар эшләү продукцияһын, нефть-газ ҡорамалдарын, газ һәм нефть үткәргестәр өсөн материалдар тәҡдим итергә әҙер булыуын белдерҙе. Хәҙерге ваҡытта Салауат катализаторҙар заводы, Белореттағы Көньяҡ-Урал заводы продукцияларын Үзбәкстанға ебәреү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Республика предприятиелары Үзбәкстанға ит-консерва, ит һәм колбаса изделиелары, ҡоро һөт, аҡ май, ашлыҡ һәм ҡарабойҙай ярмаһы, шулай уҡ ашламалар оҙатырға әҙер. Республика, үҙ сиратында, Үзбәкстандан йәшелсә-емештәр килтереү менән ҡыҙыҡһына.

Илсенең һүҙҙәренсә, бөгөн Үзбәкстанда сәнәғәт продукцияһы, шул иҫәптән электр тауарҙары, кеҫә телефондары, компьютерҙар, шулай уҡ еңел һәм йөк автомобилдәре сығарыла. Бынан тыш, йөк, пассажир вагондары һәм цистерналар эшләү үҫешә.

Фекер алышыу барышында миграция ҡануниәте темаһы ла күтәрелде. Рөстәм Хәмитов килеп тыуған һорауҙарҙы тиҙ арала хәл итеү өсөн Өфөлә Үзбәкстандың Генераль консуллығын асырға тәҡдим итте.

– Үзбәкстандың бизнесы менән әүҙем эшмәкәрлек алып барырға теләйбеҙ. Беҙ мәҙәни, социаль өлкәлә эшләргә әҙер. Был барыбыҙ өсөн дә яҡшы буласаҡ, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.

2014 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 127,2 миллион доллар, шул иҫәптән экспорт – 71,6 миллион доллар, импорт 55,5 миллион доллар тәшкил иткән.

Төбәктә Үзбәкстан капиталы ҡатнашлығында 78 предприятие эшләй.