Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашты

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

27 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы уйынсылары һәм тренерҙар штабы менән осрашты. Улар уҙған аҙнала һуңғы дүрт йылда өсөнсө тапҡыр Юғары хоккей лигаһының төп бүләгенә – Братина кубогына лайыҡ булды.

– Уйынды ҡараным, был көндө Нефтекама ҡалаһына бара алмауыма бик үкендем. Әлбиттә, һеҙ бик яҡшы уйнанығыҙ. Мин яҡындарым менән бергәләп шатландым. Һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине Рөстәм Хәмитов.

Осрашыуҙа хоккей миҙгеленең йомғаҡтары, шулай уҡ «Торос» хоккей клубының үҫеш перспективалары һәм алдағы осорға пландар тикшерелде. Клуб етәкселеге һәм уйынсылар республика Башлығына «Торос» клубына һәм республика хоккейына күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте. Рөстәм Хәмитов, «Торос» хоккейсыларҙың яңы быуынын әүҙемерәк тәрбиәләһен, тигән теләк белдерҙе.

– Нефтекамала хоккейҙы үҫтерергә кәрәк. Спорт мәктәбе эшләргә тейеш. Бер аҙҙан хоккей интернаты тураһында ла уйларға мөмкин. Беҙ Нефтекаманың спорт ҡалаһына әүерелеүен теләйбеҙ, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.

1988 йылда Нефтекамала «Торпедо» исеме аҫтында «Торос» хоккей клубы ойошторола. «Торос» хоккей клубына юғары һәм беренсе лигала уйнаусы «Торос» һәм «Батыр» командалары, шулай уҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе инә. Быйыл «Торос» Ижевскиҙың «Ижсталь» командаһын 4:2 иҫәбе менән еңеп, Юғары хоккей лигаһы тарихында беренселәрҙән булып өс тапҡыр Братина кубогына лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть