Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй-1 каналында башҡорт телендә яңылыҡтар күрһәтелә башлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

27 апрелдән Рәсәй-1 каналы яңылыҡтарҙы башҡорт телендә лә күрһәтә башлай. «Башҡортостан» ДТРК-ның милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Вилдан Ғәлин һүҙҙәренсә, көн һайын шундай ике программа эфирға сығасаҡ.

— Башҡорт телендәге яңылыҡтарҙы иртәнге сәғәт 10-сы 5 минутта һәм көндөҙгө 3-сө яртыла ҡарарға мөмкин, — тип һөйләне Вилдан Ғәлин.

Каналда башҡорт телендә яңылыҡтар «Башҡортостан» ДТРК-ның генераль директоры Азамат Сәлиховтың башланғысы буйынса барлыҡҡа килде. Ошо мәсьәлә үткән аҙнала компанияға республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры Олег Добродеев килгән саҡта күтәрелгәйне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть