10 декабрь, Шәмбе

27 апрель 2015 йыл, 18:33

Төбәктә фермерҙар кооперацияһын үҫтереү программаһы әҙерләнә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда фермерҙар кооперацияһын үҫтереү программаһы өҫтөндә эш бара. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, кооперация хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына дәүләт ярҙамын һөҙөмтәлерәк итәсәк, ә фермерҙарға әүҙемерәк үҫешергә мөмкинлек бирәсәк.

Вице-премьер фекеренсә, кооперация фермер хужалыҡтарын берләштерәсәк:

— Кооперативта фермерҙар күберәк аҡса эшләйәсәк. Итте йәки ашлыҡты һатыу — бер эш, ә әҙер продукцияны һатыу — бөтөнләй икенсе. Әлбиттә, улар берләшәсәк. Ваҡыт үтеү менән фермерҙарҙың республика ауыл хужалығы етештереүенең дөйөм күләмендәге өлөшө хәҙерге кеүек ете процент түгел, күберәк буласаҡ.

Кооперация фермер хужалыҡтарына магазин кәштәләренә эләгергә ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй Илдар Тимерғәлин:

— Һатыу итеүселәрҙе өҙлөкһөҙ тәьмин итергә кәрәк. Сауҙа селтәрҙәренә ҙур булмаған етештереүселәр менән эшләүе уңайһыҙ. Ә фермерҙар, кооператив эсендә күләмдәр һәм ваҡыт буйынса үҙ-ара килешеп, уларҙы продукция менән тотороҡло тәьмин итә аласаҡ.

Уңышлы кооперация миҫалы итеп Илдар Тимерғәлин Финляндия тәжрибәһен килтерҙе:

— Унда фермерҙар күп, барыһы ла кооперативтарҙа. Уларҙа кооператив продукция етештерә, эшкәртә, техника өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары, запас частар һатып ала. Беҙгә шуға оҡшаш кооперация кәрәк. Был айырыуса республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары өсөн мөһим. Унда эре хужалыҡтар юҡ, ваҡ фермерҙар күп. Кооперация программаһы уларға үҫешергә ярҙам итәсәк.