3 декабрь, Шәмбе

27 апрель 2015 йыл, 17:56

Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостан вәкилдәренә Ҡырымға ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Рәсәй Хөкүмәте Ҡырымға һәм Севастополгә ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе. Исемлектә — 70 кеше, шул иҫәптән Башҡортостандан дүрт вәкил: Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков, Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетының хоҡуҡи тәьмин итеү, суд һәм административ вәкиллеге бүлеге етәксеһе Татьяна Штоль, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Илдус Мамаев һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының торлаҡ хужалығы һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге белгесе Михаил Шинкарев. Бойороҡ Рәсәй Хөкүмәтенең сайтында урынлаштырылған.

Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районын шефлыҡҡа алды. 2014 йылда республика Белогорск районына техника, ремонт эштәре, аҙыҡ-түлек рәүешендә 217 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән. Белогорскиға мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм социаль яҡлау учреждениелары өсөн өс партия гуманитар йөк ебәрелде. Ҡырымдарға мәктәп автобусы, «Газель» микроавтобусы, тиҙ ярҙам автомобилдәре, медицина ҡорамалдары, дарыуҙар тапшырылды. Башҡортостан белгестәре Белогорск районының коммуналь объекттарын йылытыу миҙгеленә әҙерләүҙә ҡатнашты. 37 объект, 15 йорт, алты мәктәп, өс блоклы ҡаҙанлыҡ ремонтланды. Көн тәртибендә Белогорск районына газ үткәреү мәсьәләһе тора.