9 декабрь, Йома

27 апрель 2015 йыл, 17:09

Өфөлә «Башинформ» агентлығы фотохәбәрсеһе «Севастополь! Ҡырым! Еңеү!» тип аталған күргәҙмә ойоштора

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шаршамбы, 29 апрелдә, Өфөлә «Севастополь! Ҡырым! Еңеү!» күргәҙмәһе асыла. Экспозиция авторы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы фотохәбәрсеһе Олег Яровиков уны Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнаған.

Бөтә фотоһүрәттәр ҙә былтыр Олег Яровиковтың Ҡырымдың Белогорск районына ярҙам күрһәтеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Оператив штабы составында Ҡырым Республикаһына командировкаһы ваҡытында төшөрөлгән. 2014 йылдың 9 майында фотохәбәрсебеҙгә ярымутрау халҡының Ҡырымды һәм Севастополде немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 70 йыл тулыуҙы байрам иткән Севастополдә булыу бәхете тейҙе.

Күргәҙмә Ҡырым Республикаһының Белогорск районына ярҙам күрһәтеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Оператив штабы, Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, «ТурбинаСпецСервис» етештереү предприятиеһы, Рәсәйҙең Фоторәссамдар союзы булышлығында ойошторолған.

Күргәҙмә көндөҙгө сәғәт 3-тә асыла. Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15, Башҡортостан Фәндәр академияһының күргәҙмәләр залы.