Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика биләмәһенең 43 проценты таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән – Башҡортостандың Экология министрлығы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге ваҡытта республика биләмәһенең 43 проценты таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән. 16 майға тиклем дауам итәсәк экологик кампанияла 700 мең кеше ҡатнашҡан. 22 мең тонна сүп-сар йыйылған һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына оҙатылған. Ауырғазы (73 процент), Дүртөйлө (70 процент) һәм Стәрлетамаҡ (67 процент) райондарында тирә-яҡты таҙартыу буйынса юғары процент билдәләнгән.

Бынан тыш, бөгөнгө көнгә республикала 12,4 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Бишбүләк һәм Баҡалы райондары — биләмәләрҙе йәшелләндереү буйынса алдынғылар рәтендә.

Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы директоры Рөстәм Ғәбитов «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә биргән интервьюһында белдереүенсә, «ай буйына барған өмәләрҙә объекттарыбыҙ урынлашҡан республика ҡалаларында бер квартал буйы йыйылған сүп-сарҙы ҡабул итәбеҙ».  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть