9 декабрь, Йома

27 апрель 2015 йыл, 15:53

Билдәле башҡорт композиторы «Ҡыҙыл алма» халыҡ-ара премияһына лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Истанбулда «Kizil Elma» халыҡ-ара премияһын тапшырыу тантанаһы булды. Төрки илдәре һәм республикаларының 20-нән ашыу күренекле вәкиленә дипломатия, эшҡыуарлыҡ, фән, технология, мәҙәниәт, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн премиялар бирелде. Тантана IV Бөтә донъя төрки форумы сиктәрендә икенсе тапҡыр уҙҙы. «Мәҙәниәт» номинацияһында почетлы наградаға билдәле башҡорт композиторы Нур Дауытов лайыҡ булды. Уны форумдың Генераль секретары Алмагөл Исина тапшырҙы.

— Күп композиторҙар араһынан тап мине һайлап алыуҙары — көтөлмәгән хәл. Әлбиттә, «Ҡыҙыл алма» премияһын алыу — Башҡортостандың музыка сәнғәте өсөн ҙур ғорурлыҡ, — тине Нур Дауытов.

Нур Дауытов — Башҡортостандың Музыка йәмғиәте рәйесе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең Композиторҙар союзы ағзаһы. Композиторҙың әҫәрҙәрен Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә башҡаралар. Мәҫәлән, Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһының 20 йыллығын байрам итеү сиктәрендә «Төрки донъяһы йондоҙҙары» концертында Нур Дауытовтың «Биҙәктәр уйнауы» (2013 йыл) симфоник әҫәре башҡарылды.

2015 йылда «Ҡыҙыл алма» премияһына лайыҡ булған лауреаттарҙың тулы исемлеге — TASAM Бөтә донъя төрки форумын ойоштороусыларҙың сайтында.