Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Байрамдарға бәйле, төбәктә май айына берҙәм социаль юл йөрөү билетын апрелдә тулыландырыу яҡшыраҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Майҙа байрамдарҙың һәм ял көндәренең күп булыуына бәйле, май айына берҙәм социаль юл йөрөү билетын апрелдә тулыландырыу яҡшыраҡ, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан социаль карталар регистры» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән.

1 һәм 9 майҙа «Рәсәй почтаһы»ндағы юл йөрөү билеттарын тулыландырыу пункттары эшләмәй, башҡа көндәрҙә улар билдәләнгән график буйынса хеҙмәтләндерәсәк. «Связь-Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфөләге филиалы 1 майҙан 4-нә һәм 9 майҙан 11-нә тиклем ябыҡ буласаҡ. «БИС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте график буйынса эшләй. Башкомснаббанктың үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү терминалдары менән тәүлек әйләнәһенә файҙаланырға мөмкин.

Социаль юл йөрөү билетын тулыландырыу пункттарының адресын 8-800-100-81-80 ҡыҙыу линияһы буйынса (шылтыратыу бушлай) һәм (347) 276-91-69, 276-91-23 телефондары буйынса йәки Башҡортостан социаль карталар регистры сайтынан белергә була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть