10 декабрь, Шәмбе

27 апрель 2015 йыл, 14:25

Республика вәкилдәре Истанбулдағы Бөтә донъя төрки форумында ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Истанбулда «Асыҡ дипломатия, медиа, мәғлүмәт» IV Бөтә донъя төрки форумы тамамланды. Дүрт көн дауамында барған сараларҙа донъяның 60 иленән 400 самаһы делегат ҡатнашты. Улар араһында Рәсәй республикаларынан, Төркиәнән, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Голландиянан, Германиянан, Македониянан, Чехиянан, Франциянан, Венгриянан вәкилдәр бар ине.

Форумды асыу һәм ябыу тантанаһында почетлы ҡунаҡтар — Төрөк-азиат стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге президенты Сөләймән Шенсой (Төркиә), Халыҡ-ара төрки академияһы президенты, профессор Дархан Кыдырали (Ҡаҙағстан), төрлө дәүләттәрҙең министрҙары һәм дипломатик миссия, фән донъяһы вәкилдәре, ижтимағи хәрәкәт лидерҙары, журналистар сығыш яһаны.

Ун секция ултырышында дипломатияға, киң мәғлүмәт сараларына, мәҙәниәткә һәм туризмға ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Доклад менән сығыш яһаусыларҙан һуң фекер алышыуҙар булды. Истанбул университеты профессоры Хаяти Туфекчиоғлы рәйеслегендәге секция ултырышында Башҡортостан вәкиле, «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева-Ишморатова доклад менән сығыш яһаны.

Халыҡ-ара форум сиктәрендә дипломатия, эшҡыуарлыҡ, фән, технология, мәҙәниәт, спорт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн төрки илдәренең күренекле вәкилдәренә «Kizil Elma» («Ҡыҙыл алма») премияһы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында билдәле башҡорт композиторы Нур Дауытов та бар.

Бөтә донъя төрки форумы — халыҡ-ара иҡтисадҡа, социаль, фәнни һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеккә иғтибар биреүсе халыҡ-ара ойошма. Форум йомғаҡтары буйынса декларация ҡабул ителде, документтың тексы форумды ойоштороусыларҙың — TASAM үҙәгенең рәсми сайтында бирелгән.

темалар: төрки форумы