10 декабрь, Шәмбе

27 апрель 2015 йыл, 13:00

Башҡортостан журналистары Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты медиафорумында ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Санкт-Петербургта Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ойошторған «Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек» бойондороҡһоҙ төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт саралары медиафорумы үҙ эшен башланы. Форумда журналистар, Дәүләт Думаһы депутаттары, министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары, федераль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре ҡатнаша. 350 ҡатнашыусы араһында — «Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек» конкурсында Башҡортостандан һигеҙ еңеүсе.

Бойондороҡһоҙ төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт сараларына булышлыҡ итеү фонды конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантаналы шарттарҙа үтте. Конкурста ҡатнашыусыларҙың мәҡәләләре торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, коррупцияға һәм чиновниктарҙың башбаштаҡлығы темаһына арналғайны.  

Премия лауреаттарын Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәштәре Станислав Говорухин, Александр Бречалов һәм Ольга Тимофеева ҡотланы, эш пландары хаҡында һөйләне.

—  «Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек» бойондороҡһоҙ төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт сараларына булышлыҡ итеү фонды 1500 эш араһынан 300 еңеүсене һайлап алды, — тине, форумды асып, Дәүләт Думаһы депутаты Станислав Говорухин. — Барығыҙҙы ла ҡотлайым. Беҙҙе өс көсөргәнешле эш көнө көтә.

Ҡатнашыусылар бойондороҡһоҙ Рәсәй журналистикаһы үҫеше мәсьәләләрен тикшерәсәк, шулай уҡ төбәктәрҙәге мөһим проблемалар хаҡында һөйләшәсәк.

Станислав Говорухин, Александр Бречалов, Ольга Тимофеева, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Башҡарма комитеты етәксеһе Алексей Анисимов, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Миненко һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов журналистарға сертификаттар тапшырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының тәүге медиафорумына илдең 85 төбәгенән 300-ҙән ашыу журналист килде. Шул саҡта Рәсәй Президенты, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты лидеры Владимир Путин пленар ултырыш йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлегенә ҡул ҡуйғайны. Сара уңышлы үтте һәм йыл һайын ойошторола башланы.