9 декабрь, Йома

27 апрель 2015 йыл, 11:44

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың фәнни ойошмалары етәкселәре менән кәңәшмә уҙғарҙы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 24 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге рәйесе Усеин Джемилев менән кәңәшмә уҙғарҙы.

Кәңәшмә Башҡортостандың фәнни комплексын камиллаштырыу һәм үҫтереү, шулай уҡ фәнни институттарҙы республика иҡтисадын яңыртыу буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға йәлеп итеү мәсьәләләренә арналды.

Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет булдыру темаһы тикшерелде. Уның бурысы – фән өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләү, республика дәүләт власы органдары, урындағы үҙидаралыҡ органдары, йәмәғәт берекмәләре, ғилми һәм белем биреү ойошмалары эшмәкәрлеген координациялау.

1951 йылда төбәктә СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы асыла. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге – Рәсәй Фәндәр академияһының ҙур ғилми үҙәктәренең береһе, 14 институттың эшмәкәрлеген ойоштора.

Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы 1991 йылдың февралендә төбәктең фәнни-техник мөмкинлектәрен һаҡлау, нығытыу һәм үҫтереү маҡсатында булдырылған. Учреждениеның структураһында ете бүлек бар.

темалар: фән, бр башлығы