8 декабрь, Кесе йома

27 апрель 2015 йыл, 10:43

Рөстәм Хәмитов Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 24 апрелдә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса ойоштороу комитетының дүртенсе ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Анатолий Балтинский һәйкәлдәрҙе, монументтарҙы, обелискыларҙы һәм ҡәберлектәрҙе төҙөкләндереү буйынса саралар тураһында һөйләне. Өфө районы Йоматау ауылындағы хәрби зыяратта эштәр әүҙем бара, Бәләбәй районы Аксаков ауылы эргәһендәге һәм Өфөләге Сергиев зыяратындағы туғандар ҡәберлектәре төҙөкләндерелә. Бөтә эштәр ҙә май баштарында тамамланасаҡ.

— 9 майға бөтә объекттар ҙа тулыһынса әҙер булырға тейеш. Һәр район, ҡала, ауыл башлыҡтарынан ошо мәсьәләләрҙе үҙ контроленә алыуҙарын талап итәм, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Анатолий Балтинский 9 майҙа Өфөнөң Ленин майҙанында хәрбиҙәрҙең, курсанттарҙың һәм кадеттарҙың, көс структураларының тантаналы парады буласаҡ тип билдәләне. Хәҙерге ваҡытта күнекмәләр дауам итә.

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән итеү хаҡында һөйләне. Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, республикала 1113 һуғышта ҡатнашыусы, инвалидтар һәм ветерандарҙың тол ҡатындары торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Тапшырылған документтарҙы тикшергәндән һуң уларҙың барыһына ла торлаҡҡа сертификат бирелә. Һуғыш ветерандарына аҡсалата түләүҙәр буйынса ла тотҡарлыҡтар юҡ.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, шулай уҡ Туймазы һәм Көйөргәҙе райондары хакимиәттәре башлыҡтары Айҙар Суфиянов менән Әхәт Ҡотлоәхмәтов Еңеү көнөн байрам итеү алдынан республиканың ҡала һәм райондарында ниндәй байрам саралары ойоштороласағы тураһында һөйләне.

Кәңәшмәлә шулай уҡ юбилей тантаналары йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк тип билдәләнде. Мәҫәлән, 2015 йылдың 20 сентябрендә Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән, башҡорттар араһында иң беренсе булып Советтар Союзы Геройы исемен алған Ғәфиәтулла Арыҫлановтың тыуыуына 100 йыл тула. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ветерандар ойошмаларының батырҙың тыуған төйәгендә бюст ҡуйыу тәҡдимен хупланы.

— Һуғыш ветерандарына һәм инвалидтарға иғтибарлы булырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Байрамдар үткәс тә ветерандарҙы онотмау, уларға ярҙам итеү, хәстәрлек күреү — һәммәбеҙҙең дә бурысы.