9 декабрь, Йома

24 апрель 2015 йыл, 17:24

Өфөлә Википедияның төбәк телдәре бүлектәренең әүҙем ағзалары йыйылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына бағышланған  «Вики-Һабантуй 2015» саралар комплексы бара. 25 апрелдә Башҡорт дәүләт университетында ойоштороласаҡ «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы проекттың мөһим ваҡиғаһы буласаҡ. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нуриев ошо хаҡта һөйләне. Күләмле форумда Башҡортостандан, Татарстандан, Тыванан, Чечнянан, Төмән өлкәһенән, Украинанан, Польшанан вәкилдәр ҡатнаша.

— Форумдың маҡсаты —  Башҡортостанды донъяға танытыу, ә республика йәмәғәтселегенә төрлө милләтле кешеләр ҡатнашҡан Википедия кеүек донъя күләмендәге проектты күрһәтеү. Улар үҙ теләге менән бөтә кешелек өсөн мәғлүмәт сығанағын булдырыу өҫтөндә эшләй, — тине Рөстәм Нуриев.

«Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Рәсәй төбәктәрендә энциклопедик проекттарҙы үҫтереүҙең төп ойоштороусыһы булып тора. Уның бурысы — интернет-энциклопедияның бәләкәй бүлектәренә булышлыҡ итеү.

Башҡорт Википедияһы Рәсәй халыҡтарының тел бүлектәре араһында тиҙ үҫешеүсе проекттар иҫәбендә, проекттың татар, төрөк, лезгин биттәре лә әүҙем тулыландырыла. Википедияның башҡорт бүлеге администраторы Зөфәр Сәлихов һүҙҙәренсә, мәҡәләләр яҙыу буйынса конкурс үткәргәндән һуң яңы авторҙар, мөхәррирҙәр күбәйгән. Ул башҡорт телендәге интернет-энциклопедияны донъя берләшмәһендә таныуҙарына ышаныс белдерҙе.

Интернет-энциклопедияның төрлө берләшмә вәкилдәре Башҡорт дәүләт университетында үтәсәк Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында белемдәре һәм тәжрибәләре менән уртаҡлашырға ниәтләй, милли проекттарҙың, Википедияның бәләкәй бүлектәренең үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Матбуғат конференцияһы тамамланғас, Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренең эшен әүҙем яҡтыртҡан республика журналистарын һәм редакцияларҙы — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығын, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәрен, «Башҡортостан ҡыҙы», «Ватандаш», «Аманат» журналдарын, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын, «Юлдаш» каналын бүләкләү булды.