7 декабрь, Шаршамбы

24 апрель 2015 йыл, 16:17

Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Дәүләт Думаһы амнистия иғлан итте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһы депутаттары президенттың 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бәйле амнистия иғлан итеү тураһындағы ҡарарын бер тауыштан хупланы. ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, амнистияға 60 мең самаһы иркенән мәхрүм ителеүселәр һәм 200 меңгә яҡын шартлы рәүештә хөкөм ителеүселәр эләгергә мөмкин.

Амнистия тураһында акт ил алдында хеҙмәттәре булған, Ватанды һаҡлау буйынса хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан кешеләргә, шулай уҡ Афғанстанда йәки һуғыш барған башҡа илдәрҙә хәрби йәки хеҙмәт бурысын үтәүселәргә; Чечен Республикаһында һәм Төньяҡ Кавказда үҙ бурыстарын башҡарған хәрбиҙәргә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә, ябай граждандарға; СССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләнеүселәргә, Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәт йәки 1957 йылда «Маяҡ» производство берекмәһендә булған авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға ҡағыла.

Бәлиғ булмағандар, бәләкәй балаһы һәм инвалид балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар, яңғыҙ атайҙар (бәлиғ булмаусыларға ҡарата енәйәт эше ҡылыусыларҙан тыш), 55 йәштән өлкән ирҙәр һәм 50 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары, өсөнсө һәм дүртенсе стадияға еткән яман шеш менән сирләүселәр, шулай уҡ туберкулездың асыҡ формаһы менән яфаланыусылар иреккә сығарылырға тейеш. Бынан тыш, һаҡһыҙлыҡ буйынса ауыр булмаған енәйәт ҡылған кешеләрҙе енәйәт эҙәрлекләүенән азат итергә тәҡдим ителә.