8 декабрь, Кесе йома

24 апрель 2015 йыл, 14:53

Рәмил Бәхтизин — Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 24 апрелдә Өфө дәүләт нефть техник университеты ректорын һайлау буйынса конференция булды. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә өс кандидат араһынан профессор, физика-математика фәндәре докторы Рәмил Бәхтизин еңеүсе тип иғлан ителде. Ул 2014 йылдан алып вуз ректоры вазифаһын башҡарҙы.

Ул конференцияла ҡатнашыусыларға күрһәткән ышаныстары өсөн рәхмәт әйтте һәм университет файҙаһына эшләүен дауам итәсәген белдерҙе, тип хәбәр иттеләр Өфө дәүләт нефть техник университетының матбуғат хеҙмәтенән.

30 мартта Рәмил Бәхтизингә 60 йәш тулды.