6 декабрь, Шишәмбе

24 апрель 2015 йыл, 14:19

Башҡортостан аграрийҙары 27,5 мең тоннанан ашыу минераль ашлама һатып алды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостан хужалыҡтары 27 мең 566 тонна минераль ашлама һатып алды, шуларҙың 18 мең 932 тоннаһы — азот ашламалары. Был хаҡта, Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә һылтанып, республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Гектарына уртаса 8,8 килограмм иҫәбенән ашлама тупланған. Саҡмағошта һәр гектарға — 43,5 килограмм, Ауырғазыла 35 килограмм минераль ашлама тура килә.

Бөгөнгә республикала 298 тонна үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары тупланған. Мәләүез һәм Ауырғазы райондары аграрийҙары 40 тоннанан ашыу алған.

темалар: ауыл хужалығы