Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Радик Юлъяҡшин концерт менән сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Йома, 24 апрелдә, Өфөлә популяр башҡорт йырсыһы Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey) сығыш яһай.

Март-апрель айҙарында ул республика ҡала-райондары буйлап гастролдәрҙә йөрөнө. «10 йыл бергә» исемле тур Өфөләге концерт менән тамамлана.

Бөгөнгө тамаша «Өфө уттары» күңел асыу комплексында киске сәғәт 7-лә башлана.

Радик Юльяҡшин — башҡорт эстрадаһында популяр йырсыларҙың береһе, йырҙар авторы һәм аранжировкалаусы, продюсер. Республика конкурстарында бер нисә тапҡыр лауреат исеменә лайыҡ булған, альбомдар сығарған. Башҡорт, татар, рус телдәрендә йырлай. Хәҙерге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәй һәм Elvin Grey псевдонимы аҫтында сығыш яһай. 2014 йылда артист Григорий Лепс ойошторған конкурста еңеү яуланы. Унда бөтә Рәсәйҙән башҡарыусылар ҡатнашты.

Теги: концерт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть