10 декабрь, Шәмбе

24 апрель 2015 йыл, 10:51

Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры итеп ҡайтанан Рәил Әсәҙуллин һайланды

фото: БДПУ-ның матбуғат үҙәге

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры итеп ҡайтанан Рәил Әсәҙуллин һайланды. Кесаҙна, 23 апрелдә, уҡыу йорто уҡытыусыларының, хеҙмәткәрҙәрҙең һәм студенттарҙың конференцияһы булды.

Ректор вазифаһына өс кандидат – БДПУ-ның сит телдәр кафедраһы мөдире Татьяна Буркова, БДПУ-ның фәнни эштәр буйынса проректоры Гөлназ Шафиҡова һәм университеттың ғәмәлдәге ректоры Рәил Әсәҙуллин дәғүә итте.

Һәр кандидат алдағы йылдарға вуздың үҫеш программаһын тәҡдим итте.

Ректорҙы һайлауға республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов килде.

«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, вуздың ғәмәлдәге ректоры иң күп тауыш йыйған.

Ректор биш йылға һайлана.