Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты республика мәктәптәрендә һәм дауаханаларында туҡланыуҙы ойоштороуҙы контролгә алды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы республика мәктәптәрендә һәм дауаханаларында туҡланыуҙы ойоштороуҙы контролгә алды. «Башинформ» агентлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә ошо өлкәләге мәсьәләләр тикшерелде.

— 2014 йылда бюджеттан социаль туҡланыуға 4,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде, — тип билдәләне Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы ағзаһы, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова. — Йылдан-йыл дәүләт социаль өлкәгә күпләп аҡса йүнәлтә, ә халыҡтан һорау алыуҙан күренеүенсә, ошо хеҙмәттәр менән ҡәнәғәт булыусылар аҙ.

Эльвира Айытҡолова ауыр иҡтисади шарттарҙа бюджет сығымдарын оптималләштереү мәсьәләһе киҫкен тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ике йыл элек Рәсәйҙең бөтә дауалау учреждениелары өсөн яңы туҡланыу нормалары билдәләнгәйне. Пациенттарҙың рационына ҡоро аҡһым ҡатышмалары һәм витамин, минераль комплекстар өҫтәлде, кәбеҫтә, балыҡ һәм һөт порциялары кәметелеп, ярмалар биреү арттырылды. Күп дауаханаларҙағы сирлеләр әйтеүенсә, ашханаларҙа туҡланыуға бәйле хәл һаман да киҫкен ҡала.

— Туҡланыуҙы ойоштороуға был күләмдәге аҡса бүленә икән, ул сифатлы, тәмле һәм урындағы етештереүселәрҙән булырға тейеш, — тип билдәләне Эльвира Айытҡолова. — Шуға күрә төбәк штабы ошо мәсьәләне контролгә ала.

Түңәрәк өҫтәл барышында һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларын туҡланыу өлөшөндә аутсорсингка күсереү мәсьәләләре лә күтәрелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть