8 декабрь, Кесе йома

23 апрель 2015 йыл, 17:50

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 23 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төҙөлөш, сәнәғәт, энергетика, агросәнәғәт комплексы, социаль хеҙмәтләндереү, муниципаль идаралыҡ, транспорт, фән һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәләрендә эшләгән 31 хеҙмәткәрҙең ҡаҙаныштары ордендар, маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

– Бөгөн һеҙгә – яҡшы эшләгән, производстволағы эшмәкәрлектә, йәмәғәт эшендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән лайыҡлы кешеләргә дәүләт наградалары тапшырабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашыуығыҙ хаҡында беләм. Бөгөн был мөһим, сөнки яҡшы эш йәмғиәтебеҙ үҫешенең күрһәткесе булып тора.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.