9 декабрь, Йома

23 апрель 2015 йыл, 17:03

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һалҡын буласаҡ, ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 24 апрелдән 26-на тиклем Башҡортостанда һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы көтөлә. «Башинформ» агентлығына республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә уртаса һауа температураһы норманан түбән буласаҡ, ваҡыты менән, төнөн иһә ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы төндә — нуль, плюс 5, аяҙайтҡанда минус 5-кә тиклем, көндөҙ 7-12 градус йылы.

Йома, 24 апрелдә, айырым райондарҙа көслө ямғыр яуасаҡ. Төндә төбәктең төньяғында ҡар ҡатыш ямғыр, көслө ел иҫеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә минус 2, плюс 3, көндөҙ 6-11 градус йылы буласаҡ.

Башҡортостан синоптиктары күҙаллауынса, алдағы ял көндәрендә лә яуым-төшөм көтөлә. 25, 26 апрелдә ваҡыты менән ямғыр яуасаҡ, ел көнбайыштан, талғын, төндә 0, плюс 5, көндөҙ 6-11 градус йылы.