3 декабрь, Шәмбе

23 апрель 2015 йыл, 16:24

1 июлдән республикала коммуналь ресурстарға тариф арта

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2015 йылдың 1 июленән Башҡортостанда утҡа, газға, йылылыҡҡа һәм һыуға тариф арта. Был хаҡта Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ирина Васимирская хәбәр итте.

2015 йылдың 1 ғинуарынан тәбиғи газдың мең кубометры – 3030 һум, ә 1 июлдән 3257 һум буласаҡ. Беренсе ярты йыллыҡта Башҡортостанда йәшәүселәр газдың кубометры өсөн 4,5-6 һум түләй, 1 июлдән тариф 7,5 процентҡа арта.

Быйыл электр энергияһына тариф 8,9 процентҡа арта (2014 йылда – 7,2 процентҡа). 1 июлдән бер ставкалы тарифтың үҫеше 7,5 процент тәшкил итәсәк.

1 ғинуарҙан республика халҡы һыуҙың кубометры өсөн 13 һум 53 тин түләһә, 1 июлдән 16 процентҡа күберәк түләргә тура киләсәк. Тәүге ярты йыллыҡта һыу бүлеү – 12 һум 99 тин, 1 июлдән хаҡ 19,6 процентҡа күтәрелә.

Ирина Васимирская билдәләүенсә, тарифтарҙы формалаштырғанда Дәүләт комитеты иҡтисадтың үҫешенә йоғонто яһаған инфраструктура компанияларының мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға, инвестициялар йәлеп итеүҙе күҙ уңында тоторға тейеш.

— Тарифтарҙың күләменә селтәрҙәрҙең оҙонлоғо, уларҙың туҙыу кимәле лә йоғонто яһай, — тине Ирина Васимирская.

Хәҙерге ваҡытта республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты 14 йүнәлеш буйынса 400-ҙән ашыу предприятиены көйләй. 2015 йылға тариф буйынса 850  ҡарар ҡабул ителгән. Унда газға хаҡтар, йылылыҡ һәм электр энергияһына, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеүгә тарифтар, транспорт хеҙмәттәре мөһим урын биләй.