5 декабрь, Дүшәмбе

23 апрель 2015 йыл, 15:33

Башҡортостан парламентарийҙары эшҡыуарҙар өсөн «һалым каникулдарын» раҫланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда шәхси эшҡыуарҙар «һалым каникулдарын» аласаҡ. Бындай льготаларға һалым һалыуҙың ябайлаштырылған, йәки патент системаһын ҡулланыусы бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре дәғүә итә. Кесаҙна, 23 апрелдә, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышында тейешле закон проекты тулыһынса ҡабул ителде. Закон сығарыу башланғысы республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса индерелде.  

Документ Рәсәй Һалым кодексындағы үҙгәрештәргә ярашлы әҙерләнгән. Улар субъекттарға тәүге тапҡыр теркәлгән һәм етештереү, социаль һәм фәнни өлкәләрҙә эшләгән шәхси эшҡыуарҙар өсөн ике йыллыҡ һалым каникулдарын индереү тураһында ҡарарҙар ҡабул итергә хоҡуҡ бирҙе.

Һалым ташламалары менән һалым һалыуҙың патент системаһы буйынса 23 төрө һәм ябайлаштырылған система буйынса эшмәкәрлектең 21 төрө буйынса эшләүсе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре файҙалана ала.

Дәүләт Йыйылышының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты рәйесе Рузалия Хисмәтуллина һалым каникулдары системаһы 2020 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ тип һөйләне. Республика законы патент системаһы буйынса эшләүсе шәхси эшҡыуарҙар өсөн майҙың беренсе декадаһында, ябайлаштырылған система буйынса эшләүселәр өсөн киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.

— Был һалым һалыуҙың ошо төрҙәре өсөн һалым осороноң төрлө булыуына бәйле, — тип өҫтәне Рузалия Хисмәтуллина.

Башҡортостандың Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге ваҡытта республикала 90 мең самаһы эшҡыуар теркәлгән, уларҙың өстән бер өлөшө һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡуллана.