Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала «Иң яҡшы тегенсе» республика конкурсы башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфө технология һәм дизайн колледжында «Һөнәри буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы бара.

Һөнәри ярышта «Ағиҙел», «Өфө трикотажы», «Серафимовка ҡош мамығы», «Искож», «Эш кейемдәре комбинаты», «Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы», Өфөнөң «MadyArt» кейем фабрикаһынан 12 тегенсе ҡатнаша.

Конкурс программаһы теоретик, ғәмәли һәм өйгә бирелгән эштәрҙән тора. Ҡатнашыусыларҙың эшен Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Сәнәғәт һәм инновациялы сәйәсәт министрлығы, Башҡортостандың кейем тегеүселәр ассоциацияһы вәкилдәренән, Өфө технология һәм дизайн колледжы, ҡаланың һөнәри лицейҙары уҡытыусыларынан торған жюри баһалай.

— Ҡатнашыусылар өйҙә еңел күлдәк тегергә тейеш ине. Эштәрҙе баһалағанда, тәү сиратта, тегелгән әйберҙәрҙең сифатына иғтибар итәсәкбеҙ, — тип билдәләне конкурс эксперттарының береһе Ольга Дегтярева.

Республика конкурсының йомғаҡтары көндөң икенсе яртыһында билдәле була. Беренсе урын өсөн 50 мең һум, икенсе урынға — 30 мең, өсөнсөгә 15 мең һум аҡса бирелә.

Төбәк конкурсында еңеүсе ил кимәлендә республика исеменән сығыш яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть