Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

1 июлгә республикала 115 меңдән ашыу эшһеҙ граждан эшкә урынлаштырыласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанға 1 июлгә тиклем эшһеҙҙәр һанын 115 868 кешегә кәметеү бурысын ҡуйҙы. Был хаҡта республика муниципалитеттары етәкселәре менән видеоселектор кәңәшмәһе барышында төбәктең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

2014 йылдың 1 декабренән 2015 йылдың 20 апреленә тиклем республикала 1244 хеҙмәткәр менән хеҙмәт килешеүен төҙөгәндә закон боҙоуҙар асыҡланған, тип билдәләне ул. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә 720 кеше менән хеҙмәт мөнәсәбәттәре көйләнгән, әммә был төбәк алдына ҡуйылған контроль күрһәткестең 0,62 проценты ғына.

Эшһеҙ граждандарҙы эшкә урынлаштырыуҙан тыш, республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы иҫәп-хисап эштәренә иғтибарын йүнәлтергә булды. Бер үк ваҡыттта мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған һәм ҡайҙалыр эшләгән кешеләрҙе рәсми булмаған мәшғүллек отчеттарына индерергә тәҡдим ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть