Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ауыл биләмәләрен үҫтереүгә 393 миллион һум аҡса аласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

«2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы буйынса Башҡортостан ауыл биләмәләрен үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан 393 миллион һум аҡса аласаҡ. Субсидиялар ошо сараларҙы ғәмәлгә ашырыуға бәйле Рәсәй Федерацияһы субъекттарының сығым йөкләмәләрен финанслау өсөн бүленә. Тейешле бойороҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең сайтында баҫылған.

Ауыл халҡының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға — 243 миллион, инфраструктура булдырыуға 150 миллион һум йүнәлтелә. Шул иҫәптән һыу менән тәьмин итеүҙе үҫтереүгә — 23,8 миллион һум, газ үткәреүгә — 19,5 миллион, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табиптарҙың офисын асыуға — 8,6 миллион. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү йәһәтенән 2 миллион һум ҡаралған.

Рәсәй субъекттарына субсидия рәүешендә 8,9 миллиард һум бүленә. Шуларҙың 4,5 миллиард һумы — ауылда йәшәүселәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, 4,3 миллиарды социаль һәм инженерлыҡ инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелә, 95 миллионы — урындағы башланғыстарға грант ярҙамы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть