Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Стәрлетамаҡта Вика Парамонованың эше буйынса 190 кешенән һорау алынды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Ике йәшлек ҡыҙҙың үлеме буйынса тикшереү барышында уның 30 йәшлек әсәһенең енәйәткә ҡағылышы булыу-булмауын тикшерәсәктәр, тип хәбәр итә республика буйынса Тәфтиш комитеты. 2014 йылдың 22 ноябрендә бала кома хәлендә дауаханаға килтерелә. Әсәй кеше сабый йығылған саҡта имгәнде тип белдерә. Уның атаһы был хәлгә элекке ҡатыны ғәйепле тип иҫәпләгән.

2015 йылдың 6 апрелендә ҡыҙыҡай яҡты донъя менән хушлашты. Суд-медицина экспертизаһы буйынса, баш һөйәге-мейе йәрәхәте һәм баш мейеһенең һелкенеүе һөҙөмтәһендә һаулыҡҡа ҙур зыян килгән.

Тәфтишселәргә йәрәхәттең барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәттәр бирелмәгән. Тикшереү барышында 190 кешенән һорау алынған. Икенсе тапҡыр үткәрелгән суд-медицина экспертизаһы буйынса, ҡыҙҙың үлеменә баш мейеһенең тыумыштан зарарланған булыуы сәбәпсе. Ошо диагноз нигеҙендә тикшереү эштәре туҡтатылған.

Хәл Беренсе канал эфирында тикшерелгәндән һуң, республикаға Рәсәйҙең Тәфтиш комитетынан белгестәр килде. Суд-медицина экспертизаһы ҡапма-ҡаршы ике һығымтаны тикшерәсәк, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Теги: тикшереү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть